Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
21 Декабря 2017, 11:32

Яңы йортҡа йәм, нур өҫтәп, Файласовтар икенсегә бәпес алып ҡайтты

Һоҡланғыс, татыу ғаиләләр йәшәйешебеҙҙе биҙәй, нурлы итә. Ундайҙарҙың хыялдары ла гел тормошҡа аша. Миҫал итеп Асҡын ауылында йәшәүсе Эльза һәм Фидан Файласовтарҙы алайыҡ. Быйыл улар «2014-2017 йылдарға һәм 2020 йылға тиклем ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү» федераль маҡсатлы программаһы буйынса дәүләт ярҙамы алып һөйөндө. Яңы йортҡа йәм өҫтәп, икенсе бәпестәре — улдары тыуҙы.

Һоҡланғыс, татыу ғаиләләр йәшәйешебеҙҙе биҙәй, нурлы итә. Ундайҙарҙың хыялдары ла гел тормошҡа аша. Миҫал итеп Асҡын ауылында йәшәүсе Эльза һәм Фидан Файласовтарҙы алайыҡ.
Быйыл улар «2014-2017 йылдарға һәм 2020 йылға тиклем ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү» федераль маҡсатлы программаһы буйынса дәүләт ярҙамы алып һөйөндө. Яңы йортҡа йәм өҫтәп, икенсе бәпестәре — улдары тыуҙы.
Файласовтар Асҡындың Высоковольтный микрорайонында урынлашҡан йорттарын ентекле уйлап, заманса итеп төҙөргә тырышҡан. Бында бөтә уңайлыҡтар бар, бүлмәләр зауыҡлы итеп йыһазландырылған. «Шатлығыбыҙҙың сиге юҡ. Үҙ ҡыйығыбыҙ, балалар йүгереп уйнарлыҡ иркен йортобоҙ бар. Ата-әсәйҙәребеҙ, туғандар менән бергәләп тырыштыҡ, программа буйынса алған аҡса ла ҙур ярҙам булды. Ә шулай ҙа, иң ҙур шатлығыбыҙ, әлбиттә, улыбыҙ тыуыуы. Яңы йортҡа бәпес алып ҡайтайыҡ тигәйнек, малай икәнен белгәс, тағы ла нығыраҡ ҡыуандыҡ. Вилданға ун ай тулды. Ҡыҙыбыҙ Самира ҡустыһын ныҡ ярата, ҡараша. Сабыйҙарыбыҙ етеш тормошта һөйөүгә төрөнөп үҫһен өсөн бар тырышлығыбыҙҙы һалабыҙ. Үҙ өлгөбөҙҙә кешеләргә, туғандарыбыҙға ҡарата йылы, хәстәрлекле мөнәсәбәт күрһәтәбеҙ, сөнки шул саҡта ғына балалар изге күңелле, аралашыусан, ярҙамсыл булып үҫәсәк», — ти бәхетле әсәй.
Файласовтарҙың икеһенең дә эше бар. Фидан — «Башнефтегеофизика» акционер йәмғиәтендә, Эльза Арбаш урта мәктәбенә йөрөп эшләй. Әле декрет ялында булып, һәр көн әсә булыу бәхетендә ҡойона.
Читайте нас