Йәнтөйәк
+24 °С
Ямғыр
Антитеррор
Новости
21 Декабрь 2017, 09:57

«Сәй менән йылытабыҙ!» яңы йыл акцияһы: Өфө урамдарында халыҡты эҫе сәй менән һыйлайҙар

Яңы йыл алдынан Башҡортостандың баш ҡалаһында «Сәй менән йылытабыҙ!» дегустация акцияһы башланды. «Башҡортостан продукты»ның махсуслаштырылған автокибете күмәк кеше булған ял итеү урындары буйлап йөрөй һәм өфөләрҙе ҡышҡы һыуыҡ көндәрҙә эҫе сәй менән һыйлай.

Яңы йыл алдынан Башҡортостандың баш ҡалаһында «Сәй менән йылытабыҙ!» дегустация акцияһы башланды. «Башҡортостан продукты»ның махсуслаштырылған автокибете күмәк кеше булған ял итеү урындары буйлап йөрөй һәм өфөләрҙе ҡышҡы һыуыҡ көндәрҙә эҫе сәй менән һыйлай.
«Өфөләр һәм баш ҡала халҡы Башҡортостандың үлән сәйҙәре менән һыйлана, шулай уҡ бүләктәр ота ала. «Башҡортостан продукты» автокибете янында «Башҡортостан үләндәре» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте сәйен тотоп фотоға төшкән һәм уны #сәй менән йылытабыҙ#Башҡортостан үләндәре хэштегы менән социаль селтәрҙә урынлаштырған һәр кем бүләк отоуҙа ҡатнаша. Акцияның бүләк фондына термопот, телефон, «Башҡортостан үләндәре» продукцияһы йыйылмалары инә», — тип хәбәр итте Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты матбуғат секретары Нина Никандрова.
Акцияны ойоштороусылар ҡала буйлап автокибет маршрутын әҙерләгән. Кисә Өфөнөң Дим районындағы мәҙәниәт һәм ял итеү паркында көн аҙағынаса Башҡортостан үләндәренән эшләнгән эҫе сәйҙән ауыҙ итеп булды.
Актокибеттең киләһе туҡталышы – Салауат Юлаев майҙаны. Бында ул өс көн дауамында көндөҙгө сәғәт 3-тән киске 7-гә тиклем тора.
25-26 декабрҙә көндөҙгө сәғәт 12-нән 4-кә тиклем барлыҡ теләүселәр Орджоникидзе исемендәге майҙанда шифалы сәй менән һыйлана һәм автокибет янында фото төшә ала.
Читайте нас