Ҡала бәйгеләре инновацион педагогик хәрәкәткә, һөнәри үҫешкә булышлыҡ итеү һәм уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреү маҡсатында йыл һайын ойошторола. 1997 йылдан алып уларҙа 2,5 меңдән күберәк уҡытыусы ҡатнашты, 400-ҙән ашыуы лауреат исеменә лайыҡ булды. Өфө уҡытыусылары «Йыл уҡытыусыһы» республика конкурсында 18 тапҡыр еңеү яуланы.
Быйылғы бәйгелә 65 уҡытыусы ҡатнаша. Уларға «Интернет-ресурс», «Эссе», «Уҡыу дәресе», «Методик семинар», «Оҫталыҡ дәресе», «Мәғариф проекты», «Түңәрәк өҫтәл» этаптарында һынау үтергә кәрәк. Йәш уҡытыусыларҙы дәртләндереү маҡсатында «Баш ҡаланың йыл уҡытыусыһы» конкурсында ҡатнашыусыларға — «Педагогик дебют», «Баш ҡаланың башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2018» конкурсанттары өсөн «Педагогик өмөт» номинациялары ҡаралған.