Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
21 Декабрь 2017, 12:36

Асҡындың 2-се балалар баҡсаһын 20-ләгән ҡар һыны биҙәй

Ҡыш һыуыҡ, буранлы булһа ла, барыбер уның үҙ матурлығы бар. Бөтә ер аҡ мамыҡҡа төрөнә, ҡояшлы көндәрҙә ер өҫтө, гүйә, йылтырап ятҡан көмөш балаҫ. Ә фантазияға бай ижади кешеләр төрлө ҡар һындары менән төҫтәр ҡушып, был аҡлыҡ иленә әкиәти серлелек өҫтәй. Быйыл да ҡар аҙ булыуға ҡарамаҫтан, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу, әкиәт персонаждары, йыл символдары йорт ихаталарын, предприятие, ойошма алдарын биҙәй. Асҡын 2-се балалар баҡсаһы ихатаһы барыһын да уҙҙырҙы: 20-ләгән ҡар һыны әллә ҡайҙан иғтибарҙы йәлеп итеп, күңелде күтәрә, һоҡландыра.

Иң тәүҙә бирелә туғыҙ Ҡар бабай барлыҡҡа килде. Туғыҙ төркөмдөң үҙ Ҡыш бабайы бар. Уларҙың һәр береһе үҙенсәлекле: музыка ҡоралында уйнағандары ла, һепертке тотҡаны ла, наушниктар кейеп, көй тыңлағаны ла, хатта хоккейсы ла бар. Унан, әлбиттә, Ҡыш бабай, Ҡарһылыу һәм башҡа һындар ҙа эшләнде. «Быларын эшләгәндә балалар баҡсаһының бөтә хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Һәр беребеҙгә эш табылды. Бигерәк тә балалар баҡсаһы мөдире Лариса Мөхәмәтшинаның оҫталығына һоҡландыҡ. Уның тылсымлы ҡулдары кәрәк һынды ҡар өйөмөнән бик тиҙ ваҡыт эсендә барлыҡҡа килтерә һәм улар иҫ китмәле күңелле килеп сыға», — ти «Ҡыңғырау» төркөмө етәксеһе Глүсә Әнфәл ҡыҙы.
Сулпан Ғилметдинова.
Читайте нас