Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
20 Декабрь 2017, 13:54

Мишкәнән Людмила Мәскәүгә бара

Мишкә 2-се мәктәбендә уҡыусы Людмила Шәймарҙанова уҡыу алдынғыһы. Был һәләтле, ныҡышмал ҡыҙ «Яҙғы тамсылар» республика бәйгеһенең төбәк этабында «Эстрада вокалы» һәм «Халыҡ йүнәлеше» номинацияларында III һәм II дәрәжә Дипломдар менән бүләкләнгән. Мари шағиры Валентин Колумбҡа арналған төбәк-ара бәйгелә — II, Анатолий Биктың 100 йыллығына бағышлап үткәрелгән район конкурсында III дәрәжә Дипломға лайыҡ булды. Людмила мәктәп һәм район сараларында әүҙем ҡатнаша. Ул бик асыҡ, кәрәк саҡта дуҫтарына ярҙам итә. Яҡшы уҡыған, бәйгеләрҙә уңышлы сығыш яһаған ҡыҙҙың Мәскәүҙе күреүенә шатбыҙ.

Читайте нас