Илебеҙҙең төп Шыршы байрамын Ислам Миңлемуллин да күрәсәк. Ул — Ҡариҙел районы Ҡортлокүл мәктәбенең VI класс уҡыусыһы. Баш ҡалабыҙҙы, Кремль һарайын, матур байрамды күреү хәбәре уның өсөн ысын Яңы йыл мөғжизәһе булды. Ә мәктәбен, районыбыҙҙы был сарала күрһәтеү хоҡуғын ул яҡшы уҡыуы, район һәм республика кимәлендәге олимпиада, бәйге, фестивалдәрҙә еңеүҙәре менән яуланы. Ислам шулай уҡ «Физтех» тип аталған 54-се күсмә физика-математика олимпиадаһында — I, шиғыр һөйләүселәрҙең V «Тукай моңнары» бәйге-фестивалендә II дәрәжә Дипломға лайыҡ булды. Уҡытыусылары тырыш малай тураһында: «Һәләт уға тәбиғәттән бирелгән. Исламдың уңыштарына һөйөнөп бөтә алмайбыҙ. Мәскәүгә барырға, һис шикһеҙ, лайыҡлы ул», — ти.