Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
19 Декабрь 2017, 13:39

«Республиканың ойошторолоуы»: Өфөлә Башҡортостандың 100 йыллығы айҡанлы күргәҙмә уҙа

20 декабрҙә Өфө художество галереяһында «Республиканың ойошторолоуы» республика күргәҙмәһе асыла. Проект Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына бағышлана.

20 декабрҙә Өфө художество галереяһында «Республиканың ойошторолоуы» республика күргәҙмәһе асыла. Проект Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына бағышлана.
Экспозицияла һынлы сәнғәт, скульптура, графика, биҙәү-ҡулланма сәнғәте әҫәрҙәре ҡуйылған. Проектта Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Межгорье, Ишембай, Бөрө, Мәләүез, Әбйәлил, Ҡырмыҫҡалы һәм Ейәнсура райондары рәссамдары ҡатнаша.
«Күргәҙмәләге барлыҡ әҫәрҙәр ҙә ошо тарихи осорҙо сағылдырмай. Күп кенә рәссамдар үҙҙәренең картиналарын тыуған яғына, милли йолаларға, төрлө халыҡтарҙың рухи мираҫына арнаған», — тип хәбәр итте проектты ойоштороусылар.
«Республиканың ойошторолоуы» күргәҙмәһе Башҡортостан рәссамдарын мөһим тарихи датаны билдәләүгә әҙерлектең беренсе этабы булып тора. Ҡайһы бер тематик әҫәрҙәр «Ҙур Волга XII» һәм «Урал XII» төбәк-ара һынлы сәнғәт күргәҙмәләренә ҡуйыла. Күргәҙмәләрҙе 2018 йылда Рәсәй төбәктәрендә уҙғарыу күҙаллана.
Күргәҙмә 2018 йылдың 9 февраленә тиклем дауам итә. Адресы: Революция урамы, 34.
Читайте нас