Бөрө ҡалаһының 8-се мәктәбе уҡыусыһы Никита Самойлов – уҡыу алдынғыһы, спортсы. Мәскәүҙең Президент Шыршыһына үҙе тәрбиәләнгән “Юность” Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе педагогтарының тәҡдиме буйынса бара. Уҡытыусылары әйтеүенсә, Никита Самойлов Рәсәй спортының ғорурлығы булмаҡсы. Спорт мәктәбендә өсөнсө йыл ғына шөғөлләнеүенә ҡарамаҫтан, Рәсәй һәм республика кимәлендә бейеклеккә һикереү һәм бәләкәй, урта дистанцияларға йүгереү буйынса еңеүҙәр яулаған. Ҡазанда үткәрелгән ярышта ул 11 йәшлек үҙ тиҫтерҙәре араһында 600 метр арауыҡҡа йүгереп, Рәсәйҙең иң шәп йүгереүсеһе исемен алған. Ошо уҡ турнирҙа йәш спортсмен бейеклеккә һикереү буйынса өсөнсө урын яулаған. “Уҡыу һәм спорт бер-береһенә ҡамасауламай”, – ти Никита.