20 декабрҙә Өфөлә Башҡорт теле көнөнә арналған сара уҙа. Тыуған яҡ, туған тел тураһында үҙең яҙған иң яҡшы шиғырға һәм эссеға, башҡорт телендәге фильмға һәм башҡорт халыҡ ижады өлгөлөрән иң яҡшы башҡарыуға интернет-конкурс еңеүселәре ҡатнашлығында ҙур байрам Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназияһында үтә.
Программала: «Үҙ уйының», «Башҡортса дөрөҫ һөйләшәйек» интеллектуаль уйындар, «Башҡорт телендә мәҡәлдәр һәм әйтемдәр» брейн-ринг, «Башҡорт теле иленә сәйәхәт» квест.
Сара көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана. Ойоштороусыһы – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты. Башҡорт теле көнөнә бағышланған саралар шағир-мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө хөрмәтенә йыл һайын уҙғарыла. Сараның маҡсаты – уҡыусыларҙа башҡорт телен өйрәнеүгә һәм уны һаҡлауға ҡыҙыҡһыныу үҫтереү, үҙ халҡыңдың мәҙәниәтенә һәм йолаларына ихтирам тәрбиләү; башҡорт халҡының тарихи-мәҙәни йолаларын һаҡлау, уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен асыу өсөн шарттар булдырыу.