Башҡорт ауыл хужалығы һөнәрселек колледжының икенсе курсында уҡыусы егет һәм ҡыҙҙар директор урынбаҫары Гөлнур Ғәбиҙулла ҡыҙы Ғәлиева етәкселегендә Асҡын мәғлүмәт үҙәгендә экскурсияла булды. Улар мәғлүмәт үҙәгендә донъя күреүсе «Аскинская новь», «Ышаныч» район һәм «Йәнтөйәк» төбәк гәзиттәре хеҙмәткәрҙәре менән осрашып, баҫмалар менән яҡынданыраҡ танышты, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар алды.