Кампания башланғансы «Яблоко» партияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе Григорий Явлинский һәм ЛДПР лидеры Владимир Жириновский үҙҙәренең һайланырға әҙер булыуы хаҡында белдерҙе. Үҫеш партияһы рәйесе Борис Титов, политолог, Социаль технологиялар үҙәге етәксеһе Андрей Богданов, алып барыусы Ксения Собчак, «Ҡатын-ҡыҙҙар диалогы» партияһы рәйесе Елена Семерикова, бизнесмен Сергей Полонский, йырсы һәм хоҡуҡ яҡлаусы Екатерина Гордон, шулай уҡ киң даирәгә билдәле булмаған йәмәғәт эшмәкәрҙәре дәүләт башлығын һайлауҙа ҡатнашырға ниәтләй.