Музей директоры Айрат Тереғолов һүҙҙәренсә, премияға бөтәһе 150-ләп эш дәғүә итә. Республиканың 27 билдәле рәссамының һәм дүрт алдынғы сәнғәт белгесенең 57 графика, һынлы сәнғәт, биҙәү-ҡулланма сәнғәте, скульптура һәм әҙәбиәт әҫәре беренсе турҙы үтте. Атап әйткәндә, күргәҙмәлә Виктор Домашников, Салауат Ғиләжетдинов, Тәлғәт Мәсәлимов, Ринат Миңлебаев, Фирҙәнт Нуриәхмәтов, Виктор Суздальцев, Юлиә Устюгова кеүек рәссамдарҙың эштәре тәҡдим ителгән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һынлы сәнғәт һәм сәнғәт белеме өлкәһендә М.В. Нестеров исемендәге Башҡортостан Республикаһы Дәүләт премияһы Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Указы менән булдырылған. Ул бөйөк һынлы сәнғәт әҫәрҙәре эшләгән, шулай уҡ сәнғәт, художество тәнҡите теорияһы һәм тарихы өлкәһендә тикшеренеүҙәр өсөн ике йылға бер тапҡыр тапшырыла. Уның күләме 500 000 һум тәшкил итә.