Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
15 Декабрь 2017, 13:20

Владимир Путин телдәр хаҡында: «Милли мәсьәлә өлкәһендә бер ниндәй киҫкенлек юҡ»

«Милли мәсьәлә өлкәһендә бер ниндәй киҫкенлек юҡ», — тип белдерҙе Рәсәй Президенты Владимир Путин ҙур матбуғат конференцияһында мәктәптәрҙә милли телдәрҙе өйрәнеү буйынса һорауға яуап биреп.

«Милли мәсьәлә өлкәһендә бер ниндәй киҫкенлек юҡ», — тип белдерҙе Рәсәй Президенты Владимир Путин ҙур матбуғат конференцияһында мәктәптәрҙә милли телдәрҙе өйрәнеү буйынса һорауға яуап биреп.

«Маҡсатыбыҙ – бөтә балаларға ла, Рәсәй Федерацияһының ниндәй биләмәһендә йәшәүенә ҡарамаҫтан, киләсәк тормошо өсөн бер тигеҙ башланғыс шарттар булдырыу, — тип билдәләне дәүләт башлығы. — Кешеләрҙең милли телдәрҙе белеүе – ул бик мөһим тип уйлайым. Халыҡты татар, мари, чечен, яҡут телдәрен генә түгел, туған телдәрен өйрәнеү мөмкинлеге менән тәьмин итергә кәрәк. Хоҙайға шөкөр, бындай телдәр беҙҙә байтаҡ. Мәҙәни һәм тел төрлөлөгө – был беҙҙең ғорурлығыбыҙ һәм байлығыбыҙ. Уға, бер һүҙһеҙ, булышлыҡ итергә кәрәк».
Читайте нас