Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
14 Декабрь 2017, 13:31

Туған тел - кешенең күҙгә күренмәгән ағзаһы

Ҡәҙерле атай-әсәйҙәр! Балағыҙ яҙмышы һеҙҙең ҡулда, шуға туған телдең, туған моңдоң тәбиғәттән бирелгән иң ҙур бүләге икәнен аңларға кәрәк.. Туған тел - ул күңел теле, тойоу теле, быуындан-быуынға ҡан аша күсә килгән рухи байлыҡты, һәләтте асыусы асҡыс һәм артабан дауам итеүсе төп ҡөҙрәт.

Ҡәҙерле атай-әсәйҙәр! Балағыҙ яҙмышы һеҙҙең ҡулда, шуға туған телдең, туған моңдоң тәбиғәттән бирелгән иң ҙур бүләге икәнен аңларға кәрәк.. Туған тел - ул күңел теле, тойоу теле, быуындан-быуынға ҡан аша күсә килгән рухи байлыҡты, һәләтте асыусы асҡыс һәм артабан дауам итеүсе төп ҡөҙрәт. Туған телебеҙҙе ят тел менән алмаштырабыҙ икән, тимәк, баланың тәбиғәттән бирелгән бер ағзаһын ҡырҡып алып, ят ағза ялғап ҡуяһың тигән һүҙ. Ошо хәл булмаһын, атай-әсәйҙәр үҙ балаһын үҙ ҡулдары менән рухи зәғифлеккә дусар итмәһен өсөн бөйөк аҡыл сығанағы Тәбиғәт кеше мейеһенә бер нисә телде үҙләштереү мөмкинлеге биргән. Сабыйҙарыбыҙҙың яҙмышын хәл иткәндә, ошоно күҙҙә тотһағыҙ ине, ҡәҙерле атай-әсәйҙәр!
Мәрйәм
Читайте нас