Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
14 Декабрь 2017, 12:11

Төбәк халҡын елдең көсәйеүе хаҡында иҫкәрттеләр

Республика халҡын елдең көсәйеүе хаҡында иҫкәртте Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығы Башгидрометүҙәк синоптиктары мәғлүмәттәренә һылтанып. Ведомство матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, кесе йома, 14 декабрҙә, төбәктә елдең көньяҡ һәм көньяҡ-көнбайыштан секундына 17 метрға тиклем тиҙлектә иҫеүе көтөлә.

«Ел көсәйгән осраҡта тәү сиратта электр селтәрҙәре һәм ҡорамалдарҙың, йәшәгән йорттарҙа йылытыу мейестәренең торошон тикшерергә кәрәк. Эске һәм тышҡы янғынға ҡаршы һыу тәьминәтенең, телефон элемтәһенең төҙөклөгөн булдырырға, янғынға ҡаршы кәрәкле инвентарҙы әҙерләргә кәңәш ителә. Электр тапшырыу линиялары аҫтында тороу һәм өҙөлгән электр сымдарына яҡын барыу ғүмер өсөн хәүефле», — тип аңлатты ҡотҡарыусылар.
Шулай уҡ Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы балкондарҙан һәм тәҙрә тупһаларынан әйберҙәрҙе алып ҡуйырға, тәҙрә янында тормаҫҡа кәңәш итә. Водителдәргә һәм йәйәүлеләргә иғтибарлы булыу зарур: авариялар ихтималлығы арта.
Ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда, электр тапшырыу линиялары өҙөлгәндә, электрҙа өҙөклөк булғанда ҡотҡарыусылар ҡала телефонынан – 01, мобиль телефондан – 101 һандарына шылтыратырға ҡуша.
Читайте нас