Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
14 Декабрь 2017, 13:25

Донъя ярыштарында еңеү яулаған Башҡортостан спортсыларына күпме аҡса ҡаралған

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов 2017-2012 йылдарҙа олимпия, паралимпия, сурдлимпия һәм үҫмерҙәр уйындарында, чемпионаттарҙа, кубоктарҙа, донъя һәм Европа беренселегендә призлы урындар алған республика спортсыларын һәм тренерҙарын аҡсалата дәртләндереү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы.

Документҡа ярашлы, аҡсалата дәртләндереүгә Башҡортостан спортсылары һәм уларҙың тренерҙары хоҡуҡлы.
Олимпия, паралимпия һәм сурдлимпия уйындарында еңгән өсөн 1,5 миллион һум күләмендә аҡса ҡаралған. Икенсе һәм өсөнсө урын алған спортсыларға 1 миллион 500 мең һум тапшырыла.
Үҫмерҙәр араһында олимпия уйындарында еңгән өсөн матди ярҙамдың күләме аҙыраҡ – 250 мең һум. Икенсе һәм өсмөнсө урындар өсөн 200 һәм 150 мең һум ҡаралған.
Спортсыларҙы һәм уларҙың тренерҙарын аҡсалата бүләкләүҙең тулы исемлеге, уны алыу тәртибе менән Башҡортостандың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында танышырға мөмкин.
Читайте нас