Йәнтөйәк
+24 °С
Ямғыр
Антитеррор
Новости
13 Декабрь 2017, 07:24

Республикала Ҡыш бабайҙың ҡунаҡ тирмәләре менән яңы йыл проекты эшләй башланы

«Ғәжәйеп, яңы йылса Башҡортостан-2018» проекты эшләй башланы, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Туризм буйынса дәүләт комитетында. Быйыл биш ҡунаҡ тирмәһе ҡуйыла: Өфөлә, Бөрөлә, Стәрлетамаҡта, «Ҡандракүл» һәм «Абҙаҡ» тау саңғыһы комплекстарында.

Ҡыш бабай тирмәләр буйлап йөрөй һәм байрам сараларында ҡатнаша башланы. 10 декабрҙә сара «Ҡандракүл» тау саңғыһы үҙәгендә үтте. 15 декабрҙә байрам Бөрөләге «Аврора» кинотеатрында иртәнге сәғәт 12-лә башлана. 16 декабрҙә көндөҙгө 4-тә Стәрлетамаҡтағы Гагарин исемендәге паркта ҡунаҡ тирмәһе менән таныштырыу үтә.

17 декабрҙә иртәнсәк Ҡыш бабай «Урал легендаһы» поезында Абҙаҡҡа юл тота. Был ҡунаҡ тирмәһендә саңғы, коньки, сноуборд менән спорт байрамы ойошторола.

18 декабрҙә Ҡыш бабай Өфөләге үҙәк ҡунаҡ тирмәһенә килә, 24-ендә республиканың көньяҡ райондарына юл ала. Расписание асыҡлана әле, тип аңлаттылар дәүләт комитетында.

«Башинформ»дан.

Читайте нас