Ул үҙенең вәғәҙәһен теүәл үтәне. Бәхәс шарттарына ярашлы, Ҡазан һәм Өфө спорт һарайҙарын тамашасылар менән тултырҙы. Хәҙер Салауат Фәтхетдиновтың яуабын көтәбеҙ. Тултыра алырмы боҙ һарайҙарын халыҡ менән. Әллә бөтөнләй тотонмаҫмы был эшкә. Ә Радик Юлъяҡшин иһә Салауаттың ғына түгел, барыһының да танауына сиртте. Был залдарҙы Рәсәй кимәлендә танылыу алған артистар ҙа көскә тултыра, хоккейға был тиклем кеше йөрөмәй, хатта. Ғөмүмән, башҡорт эстрадаһында бындай хәлдең теркәлгәне юҡ. 8 мең кеше! Радик уларҙы арбап тотҡан шикелле. Ә башҡаса уйлау мөмкин түгел. Ниндәйҙер бер сихри көсө барҙыр уның? Улайһа, нимәһе менән алйыта һуң шулай халыҡты? Нимәнән ғибарәт Радик Юлъяҡшиндың феномены һәм ҡайһы республика яуланасаҡ киләсәктә?
Өфөнөң Черниковка биҫтәһе егете йырҙарында рус һүҙҙәрен ҡулланып, башҡорт эстрадаһына ысын мәғәнәһендә «неформат» булараҡ килеп инә. Башта үҙ итмәйҙәр. Аптырата ул ижад юлындағыларҙы. Шулай ҙа йәш таланттың тәүге остазы музыкант Ғәлинур Юламанов Радиктың киләсәктә меңдәрсә кешенең һөйөүен яулаясағын һиҙемләй. Тәүге альбомын сығарырға ярҙам итә. Эйе, «Самый шулай» тип исемләнә уныһы ла.
«Өфө аренаһы» һигеҙ меңдән ашыу тамашасы, өс сәғәтлек концерт программаһы. Радик Юлъяҡшин 28 йәшендә күптәнге хыялын тормошҡа ашырып, хатта, ҡайһы бер Рәсәй эстрадаһы артистарының танауына сиртте тиһәк тә була. Барыһына ла Элвин Грей исеме аҫтында таныш башҡорт егете быға тиклем Ҡазандың стадионында ла алты мең кеше йыйып, күләмле шоу программаһын ҡуя. Әйткәндәй, йәш талант өсөн быйылғы йыл, ғөмүмән, уңышлы. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы исемен йөрөтә ул хәҙер. Әммә «йондоҙланып» китеү Радик өсөн хас түгел, был яҡтан әсәһе яғынан да контроль ҙур.
Ун бер йәшендә ғәзиз кешеһеҙ ҡалыу Радик өсөн һынылыш осоро була, әммә ул музыка донъяһына бирелеп, үҙен генә түгел, меңдәрҙе бәхетле итә. Мәктәп йәшенән йырҙарына һүҙҙәрҙе, көйҙө үҙе яҙа башлай, аранжировкалар эшләй. Бер һүҙ менән әйткәндә, шоу-бизнес упҡынына үҙ теләге менән сума.
Радик Юлъяҡшинды халыҡ үҙе күтәрҙе тиеүселәр бар. Энергетикаһы көслө, сәхнәгә сыға ла барыһын да үҙенә арбай. Ә шулай ҙа... уңыш сере нимәлә?!
Радик Юлъяҡшиндың командаһында бөгөн ҡырҡҡа яҡын кеше эшләй. Быйылғы гастролдәре ваҡытында ул бер ҡалала ғына бишәр-алтышар көн дауамында тулы залдар йыя. Ай һайын тиерлек яңы йыр, яңы ижадташ дуҫтары. Төрлө телдәрҙә йырлап та ул, аудиторияһын киңәйтеүҙе уңышлы дауам итә.
Киләсәктә Радик Юлъяҡшин Ҡаҙағстан, Рәсәй эстрадаһына ла сығырға ниәтләгән. Ә унда бит ысын мәғәнәһендә көслө конкуренция. Хәйер, яҡташыбыҙ был алышҡа әҙер. Өфө аренаһын яулау үҙенә күрә репетиция булды,-ти ул. Ҙурыраҡ сәхнәләргә сығыуға.