Бөгөн күренекле замандашыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, филология фәндәре докторы Рауил Төхвәт улы Бикбаевтың тыуған көнө! Йөрәге илем, халҡым, телем тип типкән ил ағаһын ғүмер байрамы менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм уға иң изге, иң саф теләктәребеҙҙе юллайбыҙ! Тыуған көнөгөҙ мөбәрәк булһын, хөрмәтле Рауил Төхвәт улы!
Таш һыныңды, Урал, оҡшатамын
Ҡандан ҡанға кергән ҡылысҡа.
Ҡулдарына һине алмаҡ булып,
Күпме дошман ерҙә тырышҡан.
Ил баҫырға килгән һәр килмешәк
Был ҡылыстан ауған туралып.
Күпме генә һиңә ҡараһам да,
Күҙем тала белмәй, Уралым.
Шишмәләрең минең йөрәк аша
Сылтыр-сылтыр ағып үтәләр.
Йөрәгемә, гүйә, ҡаным түгел,
Шул шишмәләр йәшәү илтәләр…
Һиңә баҡһам, күңелем күтәренке,
Киләсәгем шат та, тыныс та,
Урал тигән һынмаҫ ҡылыс бар.