Йәнтөйәк
+24 °С
Ямғыр
Антитеррор
Новости
12 Декабрь 2017, 07:48

13 декабрҙән 14-нә ҡарата төндә йылдың иң сағыу йондоҙ ямғырын күҙәтергә мөмкин

Башҡортостанда йәшәүселәр 13 декабрҙән 14-нә ҡарата төндә йылдың иң сағыу йондоҙ ямғырын – Геминиданың метеор ағымын күҙәтә ала. Нәҡ ошо төндә метеор ағымының иң ҙур әүҙемлеге көтөлә, әммә 19 декабргә тиклем йондоҙҙар атылыуын күрергә һәм теләктәр теләргә мөмкин.

«Метеор ағымын күҙәтеү өсөн иң яҡшы ваҡыт – 14 декабрҙә яҡынса төнгө 1-ҙән 5-кә тиклем. Быйыл Геминиданы күҙәтеү өсөн иҫке Ай ҡамасауламаясаҡ. Иҫке Ай таңға табай – иртәнге 5 тула 8 минутта ҡалҡа», — тип һөйләнеләр Өфө ҡала планетарийында.

Башҡа метеор ағымдар кеүек, Геминиданы күҙәтеү өсөн биноклдәр йәки телескоптар талап ителмәй, әммә күк йөҙөн урамдағы уттар яҡтыртмаған урынды һайлау мөһим, тип кәңәш итә белгестәр.

«Башинформ»дан.

Читайте нас