Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
12 Декабрь 2017, 12:07

12 йыллыҡ мөсәлгә ҡағылышлы һынамыштар

Тауыҡ йылы тары сәс, Барыҫ йылы барын сәс.

Тауыҡ йылы тары сәс,

Барыҫ йылы барын сәс.


Тауыҡ йылы – ҡоролоҡ,

Ҡуй йылы – ҡытлыҡ,

Ҡуян йылы – йотлоҡ,

Йылан йылы – баллыҡ,

Ҡабан йылы – байлыҡ,

Лыу (аждаһа) йылы – һыулыҡ.


Сысҡан йылы – игенле,

Шуға сысҡан да күбәйә.


Барыҫ йылды барын сәс,

Һис булмаһа, тары сәс.


Барыҫ йылы — байлыҡ,

Һыйыр йылы — туҡлыҡ,

Ҡуй йылы — ҡытлыҡ,

Ҡуян йылы — йотлоҡ.


Эт йылы буран була.


Эт йылында мал үрсер,

Барыҫ йылды бары үҫер.


Йылҡы йылын һаҡлыҡ менән ҡаршы ал.


Йылҡы йылы – ҡаты йыл,

Уның башынан һағай.
Читайте нас