Төбәк Социаль страховкалау фонды мәғлүмәттәре буйынса, 2017 йылдың ун айында Башҡортостанда бала табыу сертификатын алған әсәләрҙең 389 игеҙ һәм 3 өс игеҙ сабыйы тыуған. Республикала бөтәһе 38 803 сабый донъяға килгән. Ҡыҙҙар ғәҙәттәгесә әҙерәк, улар 18 638, ә малайҙар – 20 165, тип иҫәпләнеләр Башҡортостан буйынса социаль страховкалау фондында.
Фондтың матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, һуңғы йылдарҙа төп тенденция – ғаиләлә икенсе балалар тыуыуының артыуы. Ағымдағы йылдың билдәләнгән осоронда республикала 15 800 бала ғаиләлә икенсе булып тыуған.
6209 бала – өсөнсө, 2121 – дүртенсе һәм артабанғы.
2017 йылдың 11 айында төбәк Фонды медицина ойошмаларына «Бала табыу сертификаты» программаһы сиктәрендә 458 миллион һумдан ашыу күсергән.