Йәнтөйәк
+24 °С
Ямғыр
Антитеррор
Новости
11 Декабрь 2017, 06:19

Рөстәм Хәмитов тимер юлда шыйыҡландырылған газ ҡулланырға тәҡдим итте

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, шыйыҡландырылған тәбиғи газ киләсәге хаҡында һөйләп, уны тимер юл ташыуҙа ҡулланырға тәҡдим итте.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, шыйыҡландырылған тәбиғи газ киләсәге хаҡында һөйләп, уны тимер юл ташыуҙа ҡулланырға тәҡдим итте.
— Ҡыҫылған йәки шыйыҡландырылған газ отошлораҡ тигән юҫыҡта бәхәстәр дауам итә. Шыйыҡландырылған газдың баҙарҙа мөһим урын алыуы аңлашыла. Уны тәү сиратта ауыр йөк машиналары һәм тимер юл өсөн ҡулланыу һөҙөмтәле булыр ине. Шуға күрә был йүнәлеште лә үҫтерәсәкбеҙ, – тип хәбәр итте төбәк етәксеһе. – Даими ҡулланыусыларҙың береһе – Куйбышев тимер юлы. Уның бөгөнгө көнгә Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә электр үтмәгән участкалары байтаҡ.
Читайте нас