Тарихсылар Азат Ярмуллин, Искәндәр Сәйетбатталов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы белгестәренән торған төркөм Нефтекамаға ҡалаһында булды. Унда ҡала филармонияһында Башҡорт автономияһының 100 йыллығына, шул иҫәптән Рәсәй федерализмына нигеҙ һалған арҙаҡлы башҡорт шәхесе Зәки Вәлидиҙең тыуыуына 127 йыл тулыуға арналған ғилми-ғәмәли семинар, мәктәптәрҙә ошо темаға арналған асыҡ дәрестәр үтте. Сарала Дүртөйлө, Илеш, Ҡалтасы, Краснокама, Тәтешле, Саҡмағош, Яңауыл райондарынан, Ағиҙел һәм Нефтекама ҡалаһынан тарих, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, Төньяҡ төбәк-ара ҡоролтайы ағзалары ҡатнашты.
Зәки Вәлиди аҙналығы сиктәрендә бынан тыш Урал аръяғы райондары араһында волейбол турниры, Дәүләкәндә ауыл командалары араһында мини-футбол ярышы һәм түңәрәк өҫтәл, Бүздәктә “Бабич” фильмын ҡарау һәм милли элементтар менән “Күңелле старт” үткәреү ҡаралған.
Зәки Вәлидиҙе Рәсәй төбәктәрендә һәм Ҡаҙағстанда ла хөрмәтләп иҫкә аласаҡтар. Санкт-Петербургта “Башҡортостан Республикаһына – 100 йыл” тип аталған интеллектуаль уйын, “Башҡорт милли кейеме” костюм парадын ойоштороу һәм “Бабич” фильмын ҡарау планға индерелгән. Ханты-Манси автономиялы округында яҡташтарыбыҙ Төмәндә ошо уңайҙан концерт, Сорғотта спорт турниры ойоштора. Астанала “Беҙҙең лидер – Зәки Вәлиди” тип аталған түңәрәк өҫтәл әҙерләйҙәр.
Тематик аҙналыҡ 14 декабрҙә Ишембай ҡалаһында Зәки Вәлиди уҡыуҙары менән тамамлана. Милли азатлыҡ хәрәкәте лидеры исемен йөрөткән 2-се Башҡорт гимназияһына Зәки Вәлидигә аналған ижади эштәре буйынса һайлап алынған илһөйәр уҡыусылар йыйыласаҡ.
“Бөтә донъя башҡорттары” сайтынан алынды.