«Берҙәм Рәсәй»ҙең XVII съезына Башҡортостандан 18 делегат бара. Делегацияны республика Башлығы, «Берҙәм Рәсәй»ҙең Юғары Советы ағзаһы Рөстәм Хәмитов етәкләй. 5 декабрҙә үткән йомғаҡлау конференцияһында «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһе секретары, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев ошо хаҡта хәбәр итте. Сарала Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Владимир Нагорный һәм партияның үҙәк башҡарма комитеты департаменты советнигы Александр Долганов ҡатнашты.
Съезда ҡатнашыусылар араһында Өфө, Салауат, Белорет, Мәсетле, Ғафури, Бишбүләк, Балтас, Йылайыр, Илеш, Дәүләкән, Бәләбәй, Борай һәм башҡа райондарҙың вәкилдәре бар. Делегаттар төрлө һөнәр эйәләре — уҡытыусылар, табиптар, ауыл биләмәләре башлыҡтары, предприятие етәкселәре һәм мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәре.