Башҡортостанда киләһе йылдан ғилми-ғәмәли йүнәлешле лицей-интернат ойошторола. Бындай йөкләмәне Башҡортостан Мәғариф министрлығына төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов бирҙе. «Республика учреждениеһы етәкселегендә вертикаль-интеграцияланған структура инженер белем биреү системаһында ла кәрәк тип иҫәпләйем. Техник яҡтан тәьмин ителгән төп инженер мәктәптәре бөтә республика буйлап эшләргә тейеш. Шул уҡ ваҡытта мәктәптәрҙе, кластарҙы «ябай» һәм «элита»ға бүлергә кәрәкмәй. Һәр уҡыусының шәхсән, ижади үҫеше өсөн шарттар булдырыу, бөтә мәктәптәрҙә лә белем биреү сифатын күтәреү мотлаҡ», — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
Төбәктә һәләтле балалар менән профессиональ, аҡыллы эш алып барыу зарур, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Башлығы. Һәр белем биреү ойошмаһында был өлкә белгестәре булырға тейеш.
«Өҫтәмә гранттар системаһын эшләргә, финанслау сығанаҡтарын, шулай уҡ конкурс нигеҙендә һәләтле йәштәрҙе асыҡлау һәм үҫтереү буйынса системалы саралар ойоштороу өсөн оператор билдәләргә кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов. — Төп бурыстарҙың береһе – йәштәребеҙҙең потенциалын бында, республикала тулы күләмдә файҙаланыу, уҡыу, фән менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырыу, уларҙы перспективалы эш менән тәьмин итеү. Юғары БДИ һөҙөмтәләре менән күп кенә мәктәпте тамамлаусылар, төрлө конкурстар һәм олимпиадалар призерҙары, еңеүселәр йыш ҡына Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, башҡа төбәктәрҙә һәләттәренә ҡулланыу таба. Яңы тартылыш урындары – кванториумдар һәм технопарктарҙың барлыҡҡа килеүе, алдынғы юғары уҡыу йорттарҙы нигеҙендә лицейҙарҙың, профилле лагерҙарҙың һәм компьютер мәктәптәренең эшен камиллаштырыу республикабыҙ йәштәре өсөн яңы мөмкинлектәр асырға тейеш».