Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
4 Декабрь 2017, 12:10

Өфөлә IV Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары съезы бара

Өфөлә Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең IV съезы башланды. Ул беренсе рәйес, ғалимә Нәжибә Мәҡсүтованың тыуыуына 85 йыл тулыуға арналған. Ойошманың иң әүҙем ағзалары - 400-ләп делегат - М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрына йыйылған.

Сарала ҡатнашыусыларҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов сәләмләне һәм ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәтенең әүҙем ағзаларына Ҡоролтайҙың Маҡтау грамоталарын һәм иң юғары наградаһы – “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалын тапшырҙы.

Съезд барышында башҡорт телен өйрәнеү һәм һаҡлау, экология, балаларҙы тәрбиәләү, һаулыҡ һаҡлау кеүек мөһим темалар ҡараласаҡ. Съезда рәйесте һәм ойошма советын ҡайтанан һайлау, шулай уҡ ойошма уставына үҙгәрештәр индереү күҙаллана.

Фойела китаптар, ҡул эштәре, милли ризыҡтар күргәҙмәһе ойошторолған.

Илһөйәр Махатова әҙерләне.
Читайте нас