Ҡыштың тәүге көнөндә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисткаһы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Нурия Ирсаеваның юбилей бенефисы үтте. Сәхнәлә иң күркәм һәм күп ҡырлы, ҡабатланмаҫ ҡатын-ҡыҙ образдарын тыуҙырған легендар актрисаның ижад байрамын ҡарарға беҙ, Асҡын мәғлүмәт үҙәге хеҙмәткәрҙәре лә барып, бай тәьҫораттар алып ҡайттыҡ. Нурия Исхаҡ ҡыҙының ижад юлын байҡап ҡына ҡалманыҡ, әсәй һәм өләсәй булараҡ, йөрәк кисерештәрен дә барланыҡ, ҡушылып йырланыҡ, иланыҡ, көлдөк, уның талантына һоҡландыҡ.
Был көндө матур гөлләмәләр һәм изге теләктәр тик Нурия Исхаҡ ҡыҙы өсөн яңғыраны. Кисәгә ҡайнар хистәрен һәм мөхәббәт һүҙҙәрен еткерергә тип, юбилярҙың яҡындары, дуҫтары, рухташтары һәм тамашасылары йыйылғайны. Йәшлек һәм мөхәббәт йырсыһына арнап күренекле шағирҙарыбыҙ һәм уның ижадын яратҡан тамашасылар бихисап шиғырҙар яҙған. Кисә барышында уларҙы театр артистары уҡып ишеттерҙе.
Нурия Ирсаеваның юбилей кисәһендә Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, актрисаның ижадташтары – Фидан Ғафаров, Илһам Вәлиев, Руслан Сәйфетдинов, Айҙар Ғәлимов сығыштары тамашасыларҙың күңеленә хуш килде. Актрисаның туған театры исеменән художество етәксеһе Олег Ханов Нурия Ирсаеваға ҡоростай һаулыҡ, бәхет һәм яңы матур ролдәр теләне.