Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
1 Декабрь 2017, 06:20

Рөстәм Хәмитовтың мөрәжәғәтнамәһендә ғаилә ҡиммәттәренә ҙур иғтибар бүленде — республиканың Яҙыусылар союзы рәйесе

Рөстәм Хәмитовтың Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға мөрәжәғәтнамәһендә ғаилә ҡиммәттәрен байҡау, һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләләренә ҙур иғтибар бүленде, тип билдәләне Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев.

«Рухи ҡиммәттәр ғаиләлә һаҡлана. Республикабыҙҙа ошо йүнәлештә һәйбәт йолалар бар: ағинәйҙәр хәрәкәте йылдан-йыл әүҙемләшә, атай-олатайҙарҙың абруйын күтәреү өсөн байтаҡ эштәр башҡарыла. 2017 йылда Ҡоролтайҙың башҡарма комитеты ғаилә байрамын ойошторҙо, ә бөгөн Рөстәм Зәки улы 2019 йылда республиканың 100 йыллығы уңайынан Бөтә Рәсәй ғаилә фестивале уҙғарыласағын әйтте», — тине Зәки Әлибаев.
Шулай уҡ спикер мөрәжәғәтнамәлә байтаҡ мәсьәләләрҙе хәл итеү талап иткән мәғариф өлкәһенә ҙур иғтибар бүленеүен билдәләне.
«Шуныһы ҡыуаныслы: республика башлығы һүҙҙәренсә, дәүләт һәм туған телдәрҙе өйрәнеүгә иғтибар кәмемәйәсәк. Был — бик ыңғай күренеш», — тип аңлатма бирҙе Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе.
«Башинформ»дан.

Читайте нас