Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
1 Декабрь 2017, 08:36

Константин Толкачев, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе:

— Республика Башлығының һәр йылғы Мөрәжәғәтнамәһе — ил күләмендә һәм халыҡ-ара кимәлдә социаль, сәйәси һәм иҡтисади ысынбарлыҡты иҫәпкә алып, яҡын киләсәккә төбәк үҫешенең төп йүнәлештәрен билдәләгән мөһим документ ул.

Константин Толкачев, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе:
— Республика Башлығының һәр йылғы Мөрәжәғәтнамәһе — ил күләмендә һәм халыҡ-ара кимәлдә социаль, сәйәси һәм иҡтисади ысынбарлыҡты иҫәпкә алып, яҡын киләсәккә төбәк үҫешенең төп йүнәлештәрен билдәләгән мөһим документ ул. 2017 йылғы Мөрәжәғәтнамә сағыу социаль үҙенсәлеккә эйә. Төбәк тормошоноң төрлө яҡтарын — ҡануниәт базаһы, иҡтисад, сәнәғәт һәм ауыл хужалығы торошон үҙ эсенә алыуға ҡарамаҫтан, үҙенең сығышында төп баҫымды был юлы төбәк Башлығы мәғарифты, һаулыҡ һаҡлауҙы, фәнде үҫтереүгә, ғаилә институтына булышлыҡ итеүгә яһаны. Республикалағы һәр кеше көн һайын тап ошо өлкәләр менән осраша. Был тармаҡтарҙағы эштәр граждандарыбыҙҙа айырым ҡыҙыҡһыныу уятыуы ғәжәп түгел. Һуңғы йылдарҙа республикалағы һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф системаларында етди яңылыҡтар булды, әммә был йүнәлештә башҡараһы эштәр байтаҡ әле.
Читайте нас