«Республика «Минең Рәсәйем» милли программаһында ҡатнаша, уның сиктәрендә конкурс һәм олимпиада еңеүселәре, ишле һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге балалар Мәскәүгә һәм Санкт-Петербургка бара. Шулай уҡ ҡала һәм ауылдарыбыҙҙа йәшәгән балаларҙың тыуған республикаһын һәм уның баш ҡалаһын яҡынданыраҡ белеүе мөһим. Өфө буйлап ҡыҙыҡлы маршруттар уйларға кәрәк: «Рәсәй – Минең тарихым» тарихи паркы, кванториум, төп университеттар, театрҙар, музейҙар, Конгресс-хол, «Өфө-Арена», аквапарк һәм башҡа урындар менән таныштырыу зарур», — тине Рөстәм Хәмитов.