Асҡын 2-се урта мәктәбенең 1А класы уҡыусылары уҡытыусылары Ирина Ғәлиева етәкселегендә Әсә көнө уңайынан матур байрам ойошторҙо. Ирина Әхнәф ҡыҙы әсәйҙәрҙе байрам менән ҡотлап, иң изге теләктәрен еткерҙе, балаларының уңыштарына һөйөнөп кенә йәшәүен теләне. Ә шат малайҙар һәм ҡыҙҙар әсәйҙәргә арнап матур йырҙар йырланы, шиғырҙар һөйләне, бейене һәм көләмәстәр сәхнәләштерҙе. Ҡәҙерле кешеләренә үҙ ҡулдары менән эшләгән матур гөлләмәләрен һәм әсәйҙәренең портретын да бүләк иттеләр.
Байрам әсәйҙәргә бик оҡшаны. Һәр береһе балаһынан матур һүҙҙәр, изге теләктәр ишетеп, ҡыуанып, ғорурланып ултырҙы, үҙҙәре өсөн матур байрам ойошторған Ирина Ғәлиеваға рәхмәт әйтеп таралышты.