Йәнтөйәк
+24 °С
Ямғыр
Антитеррор
Новости
30 Ноябрь 2017, 08:30

Башҡортостан Башлығы Мөрәжәғәтнамәһен республиканың өс каналы күрһәтә

Кесе йома, 30 ноябрҙә, иртәнге сәғәт 10-да Башҡортостан Башлығының республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһе Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте сайтында тура эфирҙа була. Шулай уҡ Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һәм Башҡортостан 24 телеканалдары күрһәтә.

Киләһе йылға республиканың төп документы закондар сығарыу йыйылышының пленар ултырышында уҡып ишеттерелә.

Башҡортостан Башлығы республиканың социаль-иҡтисади торошон, социаль йөкләмәләрҙең үтәлешен баһалаясаҡ. Мөрәжәғәтнамә төбәк тормошоноң бөтә яҡтарын – закондар сығарыу базаһының, иҡтисадтың, төрлө сәнәғәт тармаҡтарының һәм ауыл хужалығының, һаулыҡ һаҡлауҙың, мәғарифтың, мәҙәниәттең, граждандарҙың социаль яҡлау хәлен үҙ эсенә ала.
«Башинформ»дан.
Читайте нас