Сара сиктәрендә 50 йыл бергә татыу ғүмер итеп, күмәк бала үҫтереп оло тормош юлына сығарған Мәрүә һәм Рәис Абраровтар, Әҡсидә һәм Мөхәмәт Сәғзетдиновтарҙы алтын туйҙары менән ҡотланылар. Юбилярҙарға был көндө балалары, туғандары, яҡын кешеләре иң матур тәбрикләү һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Улар хөрмәтенә моңло йырҙар ҙа яңғыраны.