Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына әҙерләнеү һәм уны байрам итеү буйынса республика ойоштороу комитеты ултырышын уҙғарҙы.
— 2017-2019 йылдар дауамында төҙөлөргә тейеш 100 мәҙәниәт, мәғариф, спорт, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекты исемлегенең раҫланғанын беләһегеҙ. Бер төркөм объект юғары әҙерлек кимәлендә инде. Был ҡыуандыра, – тине Рөстәм Хәмитов. – Шул уҡ ваҡытьа еренә еткереп эшләргә кәрәк йүнәлештәр барлығын да аңлайбыҙ.
Объекттар төҙөлөшөнөң барышы һәм кураторлыҡ иткән йүнәлештәр буйынса сараларға әҙерлек хаҡында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов, республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта, Башҡортостан Фәндәр академияһы президенты Әлфис Ғаязов, муниципалитет етәкселәре һөйләп бирҙе. Рөстәм Хәмитов проект-смета документтарын әҙерләү, төҙөлөш-монтаж эштәрен башлау йәһәтенән бер нисә объект буйынса ҡалышыуҙы билдәләне.
Башҡортостан Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Азат Фазлыев юбилейға әҙерләнеүҙә бизнестың ҡатнашлығы тураһында һөйләне. Атап әйткәндә, сәнәғәт төҙөлөштәре исемлегенә дөйөм 27 миллиард һумлыҡ 51 объект ингән дә инде.
Республика Башлығы юбилей объекттарын төҙөү буйынса эште әүҙемләштерергә ҡушты, бюджет аҡсаларын тотоноуҙың һөҙөмтәлелеген контролдә тотоуҙы һәм объекттарҙың смета сығымдарын нигеҙһеҙ арттырыуға ҡул ҡуймауҙы айырым билдәләп. Рөстәм Хәмитов был эшкә етди ҡарарға, Башҡо