Башҡортостан Әҙәби мәктәп асыу өсөн 1,5 миллион һумлыҡ федераль грант алды. Был хаҡта бөгөн «Башинформ» агентлығында республиканың Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев белдерҙе.
Һәр ҡала һәм районда төрлө жанрҙа ижад иткән (шиғырҙар, хикәйәләр, повестар) һәләтле йәштәрҙе эҙләү иғлан ителә. Иң яҡшы 30 автор Өфөгә саҡырыла. Ҡатнашыусылар 17-25 йәштә булырға тейеш. Улар өсөн төрлө оҫталыҡ дәрестәре менән ҙур аҙналыҡ программа ойоштороу ҡаралған.
Әҙәби мәктәпкә ҡабул итеү 2018 йылдың авгусына тиклем дауам итә, сентябрҙә иһә йомғаҡ яһау күҙаллана. Мәктәптә ҡатнашыусыларҙың әҫәрҙәре йыйынтыҡта донъя күрәсәк.
«Беҙ сағыу, һәләтле авторҙарҙы табырға теләйбеҙ. Төпкөлдә лә яҙышҡан, махсус белеме булмаған ижад кешеләрен осратырға мөмкин. Абруйлы ҡәләм оҫталарынан торған комиссия Әҙәби мәктәптә ҡатнашыусыларҙы һайлап алып, оҫталыҡ серҙәре менән бүлешәсәк», — тине Зәки Әлибаев.
Союз рәйесе һүҙҙәренсә, элегерәк гәзит һәм журнал редакциялары йәш яҙыусылар семинарҙары, йәш хәбәрселәр слеттары уҙғара ине. Хәҙер Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ошо йоланы тергеҙергә ниәтләй.