Ярыш йомғаҡтары буйынса «Йәш ғаилә» — 2017 республика конкурсы Гран-прийына Октябрьский ҡалаһынан Ғилвановтар ғаиләһе лайыҡ булды. Өфө районынан Мәҡсүтовтар ғаиләһе – беренсе, Өфөнән Ғәниевтар һәм Бәләбәй районынан Шәмсетдиновтар икенсе һәм өсөнсө урындар яуланы. Ә уларҙың ярышташтары Минһажетдиновтарға (Асҡын районы) һәм Чулковтарға (Ҡалтасы районы) «Иң ҡыйыу ғаилә» һәм «Иң позитив ғаилә» тигән исемдәр бирелде.