Республикала муниципалитеттарҙы «бәхетле йәшәү рәүеше биләмәләре»нә үҙгәртеп ҡороу буйынса программаны тормошҡа ашырыу күҙаллана. Был турала Әсә көнөнә арналған байрам сараһында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов белдерҙе.
— Хәҙер муниципалитеттарҙы «бәхетле йәшәү рәүеше биләмәләре»нә үҙгәртеп ҡороу йәһәтенән сараларҙы тормошҡа ашырыу буйынса программа әҙерләнә, – тине төбәк етәксеһе. – Төп идея – бәхетле тормошҡа юл ғаиләнән башлана. Бында иһә, әлбиттә, күп нәмә һеҙҙән тора, ҡәҙерле әсәләр. Беҙ артабан да иң мөһим йәмәғәт институтын — ғаиләләрҙе нығытыу, ғаилә ҡиммәттәрен пропагандалау буйынса эш алып барасаҡбыҙ.
Бынан тыш, Башҡортостан Башлығы һүҙҙәренсә, һәр муниципаль берәмектә Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы контролендәге структуралар барлыҡҡа киләсәк.
— Ғаилә министрлығын ойошторғас, һәр муниципалитетта тейешле структура булдырыласаҡ, ул профессиональ рәүештә көн һайын, сәғәт һайын ғаилә мөнәсәбәттәре буйынса бөтә төр һорауҙар менән шөғөлләнәсәк, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.