«Башинформ» агентлығына Өфөнөң халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, тәҡдим ителгән һөнәрҙәр иҫәбендә — архивариус, әйҙәүсе инженер, тәрбиәсе, табип, автомобиль водителе, китапханасы, дизайнер, инженер-программист, программист, кассир, консультант, урам һепереүсе, йөк тейәүсе, мастер, яғыулыҡ ҡойоу станцияһы операторы, өҫтәмә белем биреү уҡытыусыһы, слесарь, ремонтлаусы слесарь, слесарь-сантехник, техник, уҡытыусы, фармацевт һәм электр монтажлаусы.
Бынан тыш, йәрминкәгә килеүселәргә мәшғүллек өлкәһендәге дәүләт хеҙмәттәре күрһәтелә. Шулай уҡ хеҙмәт баҙарындағы хәл тураһында мәғлүмәт, компьютер диагностикаһы, психолог кәңәштәре, һөнәри йүнәлеш буйынса консультациялар биреү ҡаралған.
Вакансиялар йәрминкәһен үткәреү урыны һәм ваҡыты: Ибраһимов бульвары, 47/1, иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 12-гә тиклем.