Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
27 Ноябрь 2017, 11:48

Башҡортостан студенты — «Йыл студенты-2017» премияһы лауреаты

Рәсәйҙең «Йыл студенты-2017» милли премияһы һөҙөмтәләре билдәле булды. Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты студенты Радмила Дәүләтшина «Йыл журналисы» номинацияһында лауреат исемен яуланы. Һәр лауреат аҡсалата премия менән бүләкләнде, тип хәбәр иттеләр юғары уҡыу йортонан.

Премия фәнни, ижади, спорт, журналистика, йәштәр сәйәсәте, студенттар лидеры һәм йәмәғәт эшмәкәрлегендә айырым ҡаҙаныштарға эйә булған профессиональ мәғариф ойошмалары һәм юғары белем биреү ойошмаларында уҡыусыларҙың хеҙмәттәрен асыҡлау, ярҙам итеү һәм таныу өсөн тормошҡа ашырыла.
Быйыл төбәк этаптары илдең 72 субъектында үтте, уларҙа 300-ҙән ашыу уҡыу йорттарынан биш меңдән ашыу студент ҡатнашты. Рәсәйҙең 62 төбәгенән 230 еңеүсе — йәш ғалимдар, спортсылар, журналистар, студент берләшмәләре һәм ойошмалары вәкилдәре, мәғариф ойошмалары советы етәкселәре һәм лидерҙары финалға сыҡты.
Конкурс һынауҙары программаһында үҙең менән таныштырыу, тоталь диктант, кейстар сисеү, интеллектуаль уйындар, шулай уҡ һәр номинация өсөн махсус эштәр ҡаралғайны.
«Ҡырымдағы финал этабы ҡатмарлы ғына булды, — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Башҡорт дәүләт университеты студенты Радмила Дәүләтшина. — Дүрт һынауҙы үттем. Мин һөҙөмтә менән ҡәнәғәтмен. Ҡайһы берҙә тап икенсе урын артабанғы ҡаҙаныштарға һәм еңеүҙәргә этәргес бирә».
Читайте нас