Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
27 Ноябрь 2017, 12:30

Балтаста үткән кәңәшмәлә демографик хәл тураһында һүҙ барҙы

Балтас район үҙәк дауаханаһында Бөрө медицина округында демографик проблемаларҙы проект принциптарын ҡулланып сисеү буйынса кәңәшмә үтте. Уның эшендә Башҡортостан Республикаһы Сәләмәтлек һаҡлау министры Әнүәр Бәкеров, район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев, министр урынбаҫарҙары, министрлыҡтың бүлек белгестәре, Өфө ҡалаһы һәм тирә-яҡ район дауаханаларының баш табиптары ҡатнашты. Кәңәшмә алдынан ҡунаҡтар “Династия” профилактика-медицина үҙәгендә булды.

Балтас, Мишкә, Ҡариҙел, Борай, Асҡын район дауаханаларын берләштергән Бөрө медицина округы буйынса проекттар менән кәңәшмәлә Бөрө үҙәк район дауаханаһы баш табибы Марат Абдуллин сығыш яһаны.
БР Сәләмәтлек һаҡлау министры Әнүәр Бәкеров, мәжбүри медицина страховкалауы территориаль фонды директоры урынбаҫары Любовь Зуева һәм кәңәшмәлә ҡатнашыусы эксперттарҙың проекттар буйынса биргән һорауҙарына биш райондың дауахана баш табиптары яуап бирҙе.
Проекттар медик-демографик проблемаларҙы сисеү юлдарына бағышланған. Был көнүҙәк тема комплекслы анализлауҙы, күҙаллауҙы талап итә. Беренсе проект онкологик ауырыуҙарынан үлем осраҡтарын кәметеүгә бағышланды. Проет сиктәрендә ошо райондар өсөн өҫтәмә медицина йыһаздары һатып алыу, Бөрө үҙәк район дауаханаһында комплекслы томография күләмдәрен арттырыу күҙ уңында тотола.
Икенсе проект Борай район дауаханаһында өлкән йәштәге кешеләр араһынан ауырыуҙар өсөн 20 дауалау урыны асыуҙы һорай. Өсөнсө проект ашығыс ярҙам күрһәтеү буйынса муниципаль-ара бәйләнеш тураһында ине. Берҙәм диспетчер хеҙмәте буйынса ул эш алып барылғанлыҡтан был темаға ҡарата фекер алышыу булманы. Баштағы ике проект буйынса етешһеҙлектәр бөтөрөлөп, бер айҙан һуң уларҙы ҡабаттан яҡлау үтәсәк.
Гөлнара Шәймөхәмәтова.
Читайте нас