Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
24 Ноябрь 2017, 13:23

Уңғандарҙың да уңғаны

Бөгөн бер кемде лә яңы техника менән дә, ҡатын-ҡыҙҙың машина йөрөтөүе менән дә шаҡ ҡатырып булмай. Ә инде гүзәл заттарҙың эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүе уларҙың бөтә өлкәлә лә тырышлығын, уңғанлығын һәм тәүәккәллеген күрһәтә. Борай ауылында йәшәүсе Динара Ғарипова нәҡ шундай егәрле ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе.

Бөгөн бер кемде лә яңы техника менән дә, ҡатын-ҡыҙҙың машина йөрөтөүе менән дә шаҡ ҡатырып булмай. Ә инде гүзәл заттарҙың эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүе уларҙың бөтә өлкәлә лә тырышлығын, уңғанлығын һәм тәүәккәллеген күрһәтә. Борай ауылында йәшәүсе Динара Ғарипова нәҡ шундай егәрле ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе.

Динара Камил ҡыҙы Борай халҡына күптән таныш. Тыумышы менән ул Тәтешле районы Беләш ауылынан. Мәктәпте тамамлағас, Бөрө педагогия институтының физика-математика факультетында тик яҡшы билдәләргә генә уҡый. Йәш белгес хеҙмәт юлын Пермь крайы Чернушка ҡалаһында политехник колледжда информатика уҡытыусыһы булып башлай. Бирелә ике йыл эшләгәс, Борай егете Илмир Ғариповҡа кейәүгә сыға. 2008 йылда мөхәббәт емештәре булып ҡыҙҙары Гүзәл донъяға килә. 2009 йылда йәш ғаилә ҙур йорт төҙөп сыға. Етеш донъяларына йәм өҫтәп, бер-бер артлы улдары Әнүәр менән Шамил тыуа.

Өс бала әсәһе Динара Камил ҡыҙы үҙенең тырышлығы, тәүәккәллеге һәм иренең ярҙамы менән үҙ эшен аса. Компьютер һәм башҡа цифрлы техника һатылған салонынан кеше өҙөлмәй. Заман менән бергә атлаусы эшҡыуар тиҙ арала оҫта фотограф булып таныла. Ул фотоға төшөрә, иҫке фотографияларҙың сифатын яҡшыртып бирә. Төрлө кисәләрҙә, байрамдарҙа фотоға төшөрөп, альбомдар төҙөп бирә. Балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә үткән сығарылыш кисәләре лә унан башҡа үтмәй. Динара Камил ҡыҙы футболкаларға төрлө һүрәттәр төшөрөү менән дә шөғөлләнә. Был йүнәлештә лә көндән-көн ҡыҙыҡһыныусылар һаны арта, заказ биреүселәр үҙҙәренең теләк-тәҡдимдәрен еткерә, эскиздарын ебәрә.

Маҡсатына ҡыйыу аҙымдар менән барыусы Динара Камил ҡыҙы эшкә көс-дәртте, әлбиттә, һөйөклө балаларынан, үҙе өсөн өҙөлөп торған тормош иптәшенән ала.

Һәр кем үҙ яҙмышын үҙе төҙөй. Кемдер уңыш йылмайғанын көтөп ятһа, Динара Ғарипова һымаҡ уңған һәм тәүәккәлдәр яңынан-яңы маҡсаттар ҡуйып, бәхетте үҙ ҡулдары менән төҙөргә күнеккән.

Альбина Мостафина,

Борай 1-се мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Читайте нас