Өфөлә ойошторолған “Әсәлек һәм балалыҡ” махсуслаштырылған күргәҙмә сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының Йәш ғаиләләр клубы форумы үтте. Унда “Йәш ғаилә – 2017” республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Район конкурсында Гран-при яулаған Эльза һәм Дамир Минһажетдиновтар “Иң ҡыйыу ғаилә” номинацияһында еңеү яуланы. Райондаштарыбыҙҙы ошо уңайҙан ҡотлайбыҙ! Уларға артабан да уңыштар, ғаилә именлеге, сәләмәтлек, балалар шатлығы теләйбеҙ!