Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар, һөйөклө әсәйҙәр, хәстәрлекле өләсәйҙәр! Һеҙҙе ысын йөрәктән донъялағы иң матур байрам — Әсә көнө менән ҡотлайбыҙ. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, ҡатын-ҡыҙ һәм әсәлек бәхете, күңел тыныслығы теләйбеҙ. Балаларығыҙ, яҡындарығыҙ хеҙмәттәге уңыштары, йылы һүҙҙәре, изге эштәре менән генә ҡыуандырып торһон. Һәр тыуған көн тик көтөлмәгән шатлыҡтар алып килһен.