Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
24 Ноябрь 2017, 12:16

“Үҙебеҙ һайлаған яҙмыш” Сафиндар уҡытыусы һөнәренә тоғро ҡала

Әзәк ауылында уҡытыусы һөнәренә ғүмерҙәре буйы тоғро ҡалып, ата-әсәләре эшен дауам итеүсе Сафиндар йәшәй. Был ғаиләлә уҡытыусыға булған һөйөү һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә.

Әзәк ауылында уҡытыусы һөнәренә ғүмерҙәре буйы тоғро ҡалып, ата-әсәләре эшен дауам итеүсе Сафиндар йәшәй. Был ғаиләлә уҡытыусыға булған һөйөү һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә.

Ғаилә башлығы Рәзиф Ғиндулла улы бәләкәйҙән Әлфинә апаһынан уҡытыусы һөнәре нескәлектәренә өйрәнеп үҫә. Шуға ла ҡулына аттестат алғас, ике лә уйлап тормай, Бөрө педагогия институтына уҡырға инә. Тормош иптәше Руза Рәҡиб ҡыҙын да ошонда осрата һәм ғүмерлеккә пар итеп һайлай. Йәш белгес Мамаҙы мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай. Өс йылдан һуң Руза апай ҙа диплом алып ҡайта. 1983 йылда улар бергәләп Берләҫ мәктәбенә килә. Рәзиф Ғиндулла улы — директор, Руза Рәҡиб ҡыҙы биология һәм музыка уҡытыусыһы булып эш башлай. Ауыл халҡын үҙ итеп, ата-әсәләр менән уртаҡ тел табып, уҡытыу-тәрбиә эшендә яңы алымдар ҡулланып, ҙур уңыштарға ирешәләр. Ошо йылдарҙа Рәзиф Ғиндулла улы СССР-ҙың Почет грамотаһы менән бүләкләнә, “Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. Бай тәжрибә туплап, 1996 йылда Әзәк урта мәктәбендә хеҙмәт юлын дауам итәләр. Һәләтле, тырыш уҡытыусылар ауыл тормошонда ҡайнап йәшәй, мәҙәни сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. “Башҡортостандың мәғариф отличнигы” исемен йөрөтөүсе Руза Рәҡиб ҡыҙы өҙҙөрөп гармунда, мандолинала уйнай, һәр мәҙәни сараға йәм өҫтәй, йән өрә.

“Алма ағасынан йыраҡ төшмәй”, тип юҡҡа әйтмәгәндәр. Итәғәтле, инсафлы итеп тәрбиәләп үҫтергән улдары Илнур менән Илназ да, уларҙың тормош иптәштәре лә уҡытыусы һөнәрен үҙ иткән.

Башҡортостандың мәғариф отличнигы Илнур Рәзиф улы тиҫтә йылға яҡын Ваныш-Алпауыт урта мәктәбендә эшләп, бөгөн директор вазифаһын башҡара. Тормош иптәше Лилиә Данил ҡыҙы сит телдәр белгесе. Инсаф менән Зөлфиәгә матур тәрбиә биреп, олатай-өләсәйҙәрен өлгө итеп ҡуйып, матур тормош көтәләр.

Икенсе улдары Илназ тормош иптәше Гүзәл менән Яңауыл ҡалаһында йәшәй. Яҙмыштарын уҡытыусы һөнәре менән бәйләп, Илзәнә менән Асҡарҙы тәрбиәләйҙәр.

Сафиндарҙың ейән-ейәнсәрҙәре лә киләсәктә, бәлки, уҡытыусылар династияһын дауам итер. Инсаф олатаһының тальянында өҙҙөрөп уйнай, Зөлфиә уға ҡушылып йырлай. Илзәнә лә йырларға әүәҫ.

«Балаларыбыҙға, ейән-ейәнсәрҙәребеҙгә ҡарап үткән тормошобоҙҙо барлайбыҙ, йәшлегебеҙҙе иҫкә төшөрәбеҙ. Бик ҡатмарлы тормошта йәшәйбеҙ, донъялар ғына тыныс булһын. Заман менән бергә атлап, алдынғы методика һәм технологияларҙы ҡулланып, уңышлы эшләһендәр”, — тип йәштәргә изге теләктәрен еткерҙе Сафиндар.

Марсилә Шәрипова.
Читайте нас