Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
24 Ноябрь 2017, 13:33

Бөрөләрҙә Урал батыр рухы йәшәй

Бөрө ҡалаһының 1-се мәктәбендә VIII халыҡ-ара йәш сәсәндәр һәм “Урал батыр” башҡорт халыҡ эпосын Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрендә һәм сит телдәрҙә яттан һөйләү конкурсының район этабы үтте.

Бөрө ҡалаһының 1-се мәктәбендә VIII халыҡ-ара йәш сәсәндәр һәм “Урал батыр” башҡорт халыҡ эпосын Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрендә һәм сит телдәрҙә яттан һөйләү конкурсының район этабы үтте.
Халыҡ-ара конкурстың район (ҡала) этабында барлығы туғыҙ мәктәп ҡатнашты. Ҡаланың 1-се, 3-сө, 8-се урта мәктәптәре, Бахтыбай, Шишмә, Кондаковка, Калинники, Иҫке Бурны, Үгеҙ ауылдары мәктәптәренең йәш сәсәндәре көс һынашты. Үлемһеҙ әҫәр башҡорт, рус, татар, мари һәм инглиз телдәрендә яңғыраны.
Баһалауҙың төп критерийҙары булып юлдар һаны, тасуирилыҡ, сығыштың формаһы (ҡобайыр йәки тасуири уҡыу), халыҡ музыкаль инструменттарын ҡулланыу, тауыш көсө, конкурсанттың үҙен тотошо һәм костюм торҙо.
Ҡаланың 8-се мәктәбенән Ирина Кулакова — башҡорт костюмы, 1-се мәктәптән Гөлшат Ғилметдинова үҙен сәхнәлә иркен тотоуы менән айырылып торҙо. VI класс уҡыусыһы Регина Мәхмүтова иһә (етәксеһе Әлфинә Сәйетгәрәева) иң оҫта башҡарыусы тип танылды һәм I урынға лайыҡ булды.
X класс уҡыусыһы Анастасия Шәйбәкова «Урал батыр»ҙы мари телендә иң оҫта башҡарыусы булды. Эпосты мари теленә уҡытыусыһы Людмила Баязова тәржемә иткән. Әйтергә кәрәк, йәш сәсән Өфөлә лә сығыш яһағаны бар. Ике йыл элек конкурстың республика этабында беренсе дәрәжә диплом менән бүләкләнгәйне.
Райондың Калинники ауылы мәктәбенең VI класс уҡыусыһы Валентина Решетникова иң күп юл (328) ятлаған булып сыҡты. Ул рус телендә башҡарыусылар араһында алдынғылыҡҡа сыҡты. Екатерина Волкова (3-сө мәктәп) “Урал батыр” эпосын инглиз телендә ятлауы менән бәйгенең мәртәбәһен арттырҙы.
Был сара халыҡ аҡылын үҙендә туплаған «Урал батыр» эпосының йөкмәткеһен тәрәндән үҙләштереү, халҡыбыҙҙың тарихи ҡомартҡыларына ихтирам тәрбиәләү, уҡыусыларҙың ижади үҫешен булдырыу, үҙ көсөнә ышаныс арттырыу кеүек юғары маҡсаттарға ирешеүгә нигеҙләнде.
Ғәлиә Ғәниева.
Читайте нас