Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
23 Ноябрь 2017, 06:38

Урмияҙ ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Илшат Ирғәлин ағинәйҙәр эшен юғары баһаланы

Урмияҙ ауыл китапханаһында үткән сарала ауыл биләмәһе башлығы Илшат Ирғәлин, район “Ағинәйҙәр ҡоро” ойошмаһы рәйесе Йәриә Ялалтдинова, Асҡын һәм Иҫке Ҡаҙансы ағинәйҙәрен етәкләүсе Земфира Закирова менән Мәмдүнә Зарипова, шулай уҡ Иҫке Ҡаҙансы ауыл китапханасыһы, әүҙем ағинәй Гөлфинә Исламова, Урмияҙҙың әүҙем, егәрле ҡатын-ҡыҙҙары ҡатнашты. Илшат Үзбәк улы Урмияҙ ағинәйҙәре эшен юғары баһа­лап, ауыл Советы хакимиәте исеменән рәхмәт белдерҙе. Ауыл тормошона тап ошондай тын­ғыһыҙ ағинәйҙәр ҡот килтерә, ҡа­сан­дыр барлыҡҡа килгән бушлыҡты тултыра, йәш быуынға өлгө күрһәтеп, уларҙы үҙ артынан эйәртә ала, тип билдәләне ул.

Читайте нас