Башҡортостанда халыҡтың дөйөм һаны бер аҙ кәмегән (0,13 процентҡа). Ҡала халҡы өсөн үҫеш хас булһа (2010 йылда халыҡ иҫәбен алғандан һуң 2017 йылға 2,3 процентҡа артҡан), ауылда иһә, киреһенсә, кәмей (3,9 процентҡа). Башҡортостан Фәндәр академияһы президенты Әлфис Ғаязов төбәк Хөкүмәтендәге кәңәшмәлә демографик хәлдең төп йүнәлештәрен билдәләне. Ғалим фекеренсә, йәш, эшкә һәләтле кешеләр ҙур ҡалалар эргәһендә урынлашҡан тораҡ пункттарҙа йәшәй.
Алыҫ, ауыл муниципалитеттарында халыҡтың китеүе күҙәтелә, йәштәр аҙая һәм ҡарттар күбәйә. Шуның менән бергә халыҡтың үлем динамикаһында ыңғай тенденция билдәләнде. Шулай уҡ көтөлгән ғүмер оҙайлығының артыуы дауам итә.
Күрһәткесте арттырыу өсөн төп резерв – эшкә һәләтле йәштә үлемде кәметеү. Көтөлгән ғүмер оҙайлығы 73,5 йәшкәсә етһен өсөн эшкә һәләтле йәштә үлемде 100 мең халыҡҡа яҡынса 400 кешегә тиклем кәметергә кәрәк.
Башҡортостан Фәндәр академияһы президенты билдәләүенсә, республикала ваҡытлыса хеҙмәт миграцияһы арта. Росстат мәғлүмәттәре буйынса, 2011 йылдан 2016 йылға тиклем үҫеш 113 меңдән 148 мең кешегә тиклем тәшкил итте. Социологик мәғлүмәттәргә ярашлы, «вахтовиктар» араһында ауыл халҡы – 70 процент, маятниклы мигранттар араһында (ауылда йәшәйҙәр, ҡалала эшләйҙәр) – 80 процент.
«Республикала йәштәрҙең мәғариф (белем алыу) миграцияһы мәсьәләһе киҫкен тора, – тине Әлфис Ғаязов. – Рәсәйҙең башҡа төбәктәре менән алмашыу һөҙөмтәһендә миграция иҫәбенә кәмеүҙең яртыһы тиерлек мәғариф (белем алыу) миграцияһына бәйле».
Йыл һайын республиканың дөйөм миграция үҫешен 400 кешегә арттырыу күҙ уңында тотола (2020 йылға үҫеш 1500 кешегә етергә тейеш).