Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
21 Ноябрь 2017, 11:23

Артур Вәлиев — Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары

Артур Вәлиев Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде. Тейешле бойороҡҡа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры ҡул ҡуйҙы. Хәҙер Артур Вәлиев республикала электрон киң мәғлүмәт сараларын үҫтереү мәсьәләләре өсөн яуаплы.

Артур Вәлиев Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде. Тейешле бойороҡҡа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры ҡул ҡуйҙы. Хәҙер Артур Вәлиев республикала электрон киң мәғлүмәт сараларын үҫтереү мәсьәләләре өсөн яуаплы.

Артур Урал улы Вәлиев 1970 йылдың 9 февралендә Өфөлә тыуған. «Тарих» белгеслеге буйынса Башҡорт дәүләт университетын, «Журналистика, редакция-нәшриәт эше» белгеслеге буйынса М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетын тамамлаған.

1992 йылдан Өфө ҡалаһы телекомпанияларында эш башлай. 1996 йылда Мәскәүгә күсеп китә, бер нисә йыл Санк-Петербургта, Пекинда йәшәй һәм эшләй.

2000-2001 йылдарҙа — «Телекомпания НТВ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең мәғлүмәт хеҙмәте хәбәрсеһе. 2003 йылда — «Истории в деталях» (СТС) тапшырыуы етәксеһе урынбаҫары һәм алып барыусыһы.

2004-2006, 2008-2010 йылдарҙа — «Телекомпания РЕН ТВ» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең «Неделя с Марианной Максимовской» тапшырыуы махсус хәбәрсеһе. 2006-2008 йылдарҙа — СТС-Петербург телеканалында «Истории в деталях» программаһы етәксеһе.

2010-2011 йылдарҙа — «Первый канал» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең мәғлүмәт тапшырыуҙары дирекцияһы махсус хәбәрсеһе.

2011-2015 йылдарҙа — СТС телеканалында «Детали. Новейшая история» программаһы етәксеһе, СТС , «Домашний», «Украина» телеканалдары өсөн кино төшөрөү продюсеры.

2015-2017 йылдарҙа — CGTN-Русский (Ҡытайҙың үҙәк телевидениеһы) телеканалы тапшырыуҙары хәбәрсеһе, мөхәррире, авторы һәм алып барыусыһы.
Читайте нас