Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
20 Ноябрь 2017, 12:13

Гран-при —„Балҡыш”та

Балтас район Мәҙәниәт һарайында өс көн дауамында „Тамаша” республика театр коллективтары фестивале үтте. Жюри ағзалары Гран-приҙы бер тауыштан Балтас „Балҡыш” халыҡ театры коллективына бирҙе. Һәүәҫкәр артистарыбыҙ сит райондан килгән режиссер Редик Ғәниев етәкселегендә Х. Ибраһимовтың „Башмағым” пьесаһын заманса стилдә сәхнәләштерҙе. I урында — Дүртөйлө районының Зөфәр Солтанов исемендәге татар, II урында — Йылайыр районының „Илһам” башҡорт, III урында Ҡырмыҫҡалы районының „Сатҡылар” башҡорт халыҡ театры коллективтары.

Шулай уҡ “Икенсе пландағы иң яҡшы ир-егет роле”, “Икенсе пландағы роль өсөн”, “Актер дуэты”, “Эпизодтағы трио өсөн”, “Образды асҡан өсөн”, “Тематика өсөн”, “Моңлолоҡ өсөн”, “Заявка өсөн”, “Өмөт”, “Ҡатнашыу өсөн” номинацияларында ла еңеүселәр билдәләнде.
Ике көн буйына конкурс ҡарауҙары үтте. Унда Борай, Балтас, Дүртөйлө, Ишембай, Йылайыр, Мишкә, Миәкә, Ҡырмыҫҡалы, Илеш, Бишбүләк, Тәтешле, Яңауыл райондарынан һәм Благовещен ҡалаһынан 13 коллектив ҡатнашты. Тамашаларҙы Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының заманса драматургия һәм режиссура үҙәгенең художество етәксеһе Зиннур Сөләймәнов рәйеслегендәге жюри баһаланы. Сара сиктәрендә ҡатнашыусылар һәм республиканың театр коллективтары режиссерҙары өсөн семинар, педагог-режиссерҙарҙың оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде.
Илһөйәр Махатова әҙерләне.

Читайте нас